Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Башҡортостандың киләсәге - йәштәр ҡулында

Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында "Башҡортостандың киләсәге - йәштәр ҡулында" исемле осрашыу үтте. Осрашыуҙа Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты делегацияһы ҡатнашты.
Маҡсаты: Сибай ҡалаһы башҡорттар ҡоролтайының эшмәкәрлеге менән таныштырыу, студенттарҙа милли рух, патриотик тойғо тәрбиәләү.
Сара йәштәр өсөн фәһемле булды. Бөгөнгө көндә йәштәрҙең проблемаһы, тыуған ер, тарих, туған тел мәсьәләләре күтәрелде. Студенттарҙың да сығыштарын ҡунаҡтар ихлас күңелдән ҡабул итте. Халҡыбыҙҙың рухи байлығын, тарихын һаҡлау, туған телебеҙҙе ҡурсалау, ҡәҙерләү - һәр кемдең изге бурысы.