Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Спектакль оҡшаны

Өфө сәнғәт институты студенттары Сибай педагогия колледжында "Ауыл уҡытыусыһы" исемле документаль спектакль күрһәтте. Спектакль вербатим жанрында ҡуйылған, йәғни тормошта булған ысын ваҡиғаларға, уҡытыусылар яҙмышына һәм диалогҡа ҡоролған. Һәр образды актерҙар ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Замандың актуаль проблемаларын яҡтыртҡан сәхнә әҫәре буласаҡ уҡытыусылар өсөн бик фәһемле булды.