Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Яҙыусы менән осрашыу

Сибай педагогия колледжының I курс студенттары Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында БР Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Р. Өмөтбаев исемендәге әҙәби премия лауреаты Фәнис Сирбаевтың ижадына арналған әҙәби - музыкаль кисәлә ҡатнашты.
«Бер ҡанатым шиғыр минең, икенсеһе - моңло йыр» тип аталған кисә һәр студенттың күңеленә хуш килде, улар яҙыусының һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы ихлас тыңланылар, автографтар алдылар. Эстәлекле матур сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.