Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Рух байрамы

Сибай педагогия колледжы уҡытыусылары һәм студенттары "Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант - 2022" акцияһында әүҙем ҡатнашты.


Диктанттың девизы: "Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы".
Маҡсаты - башҡорт телен өйрәнеүгә иғтибарҙы йәлеп итеү, танытыу, популярлаштырыу, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү.


Диктант ике кимәлдә яҙҙырылды, фәһемле, тәрбиәүи текстар һайланған, диктант яҙыр алдынан һәр төркөмдә Р.Ғариповтың "Туған тел" шиғыры яңғыраны.


Сара аҙағында диктант яҙыусыларға халыҡ – ара белем биреү акцияһында ҡатнашыуын раҫлаусы сертификаттар, бүләктәр тапшырылды.
Туған тел, рух һәм күңел байрамы юғары кимәлдә үтте.
#башҡорттелендәдиктант #башдиктант #башдиктант2022