Еңеү артынан еңеү!


2021 йыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителгәйне. Ошо уңайҙан республика кимәлендә төрлө саралар, конкурстар үткәрелде.
Был конкурстарҙан Сибай педагогия колледжы студенттары ла ситтә тороп ҡалманы. 2А төркөмө студенты Баязитова Асия Бөтә Рәсәй иншалар конкурсында 3-сө урын яуланы.


Ә инде I курс студенты Барлыбаева Ильнара "Шәжәрәмдә минең тарихым" исемле ғилми - тикшеренеү эшендә иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Барлыбаев Әҙеһәм Әғзәм улының хеҙмәтен, шәжәрәһен ентекле өйрәнеп, урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары араһында еңеүсе булды. Афарин, студенттарым! Артабан да һеҙгә уңыштар!