Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Башҡорт теле көнөн лайыҡлы ҡаршылайбыҙ!

14 декабрь – Башҡорт теле көнө. Сибай педагогия колледжы студенттары байрамды юғары һөҙөмтәләр менән ҡаршылай.


1- се курс студенттары Мөхәмәтйәнова Әлфиә һәм Фәхрисламова Әлфинә республика кимәлендә «Мостай уҡыуҙары» төбәк – ара фәнни – ғәмәли конференцияла ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булды.
Башҡорт дәүләт университеты үткәргән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадала мәктәп бүлегенең 4 – се курс студенттары Абдрахманова Нурзәлиә, Теүәлбаева Гөлфинә, Ҡадаева Алтынай 1- се дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды.
Башҡорт теле буйынса республика кимәлендәге профессиональ белем биреү ойошмалары студенттары араһында үткәрелгән олимпиадала 1 – се курс студенты Фәхрисламова Әлфинәнең еңеүгә өлгәшеүе - иң ҙур баһа.

Башҡорт теленең бәҫен күтәреү, уның бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләү буйынса колледжда бихисап эштәр башҡарыла. Киләсәктә лә буласаҡ уҡытыусылар туған телебеҙҙең абруйын күтәреүгә тос өлөш индерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.