Яҙыусылар менән осрашыу
25 ноябрь көнө Сибай педагогия колледжы студенттары билдәле яҙыусы һәм журналистар менән осрашты. Улар - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Һәнәк» журналының баш мөхәррире Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Шоңҡар» журналының яуаплы сәркәтибе Венер Айҙар улы Исхаҡов.
Осрашыу йылы мөнәсәбәттә үтте, яҙыусыларға студенттар әҫәрҙәре буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, әҙиптәрҙең һәр һүҙен, кәңәштәрен ихлас тыңланылар.
Осрашыу кисәһе: «Туған телде, әҙәбиәтте һаҡлау, башҡорт телендә сыҡҡан матбуғат баҫмаларын үҫтереү – һәр беребеҙҙең изге бурысы»,- тигән һүҙҙәр менән тамамланды.
Әҙиптәр менән осрашыу студенттар өсөн бик фәһемле булды. «Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын! Һеҙҙән яңынан яңы әҫәрҙәр көтәбеҙ!» - тип улар яҙыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен, изге теләктәрен еткерҙеләр.