Милли кейем көнө
Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжының дөйөм ятағында Милли кейем көнөнә арналған бик матур сара үтте. Уны тәрбиәселәр Хамматова Г. Х. һәм Әсфәндиәрова Д. Р. ойошторҙо.
Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа булды - улар Сибай ҡалаһының гимназия- интернатының технология дәресе уҡытыусыһы Баймөхәмәтова Әлиә Сәғәҙәт ҡыҙы һәм үҙебеҙҙең ятағыбыҙҙа һаҡсы булып эшләгән Кәлимуллина Миңзада Тимербулат ҡыҙы. Уларҙы беҙ осраҡлы ғына саҡырманыҡ. Әлиә Сәғәҙәт ҡыҙы үҙ ҡулдары менән бик оҫта эшләнгән стилләштерелгән башҡорт биҙәүестәренән беҙҙең студенттарыбыҙға һатыу - күргәҙмә ойошторҙо һәм уҡыусыларыбыҙҙа башҡорт рухын арттырып, бик көслө, шул уҡ ваҡытта ябай, аңлайышлы итеп халҡыбыҙҙың милли кейеменең, биҙәүестәренең тарихын һөйләп китте.
Миңзада Тимербулат ҡыҙы ла матур итеп үҙ ҡулдары менән эшләгән милли биҙәүестәре тураһында бәйән итте. Әйткәндәй, ул Арҡайым ҡасабаһында ойошторолған "Илһам" клубының (етәксеһе Хәсәнова М.З.) әүҙем ағзаһы һәм Сибай ҡалаһының халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенең "Миләш" халыҡ вокаль ансамбленең йырсыһы (етәксеһе М. К. Илбәкова).
Ҡунаҡтар менән хушлашҡандан һуң, мәктәпкәсә белем биреү бүлегенең 1- се курс студенттарына тәрбиәсе Әсфәндиәрова Д. Р. стилләштерелгән башҡорт милли биҙәүесен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡыҙҙарҙың ҡыҙығып, ҙур кинәнес менән был эште башҡарыуы - үҙе бер ҡыуаныс булды.
Тимәк, беҙҙең эшебеҙ юҡҡа түгел. Бәлки, киләсәктә уларҙың да үҙ ҡулдары менән эшләгән, башҡорт халҡының биҙәүестәрен күреп шатланырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Килгән ҡунаҡтарыбыҙға ысын күңелдән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙе ихтирам итеп, саҡырыуыбыҙҙы кире ҡаҡмай, ваҡыт табып килгәнегеҙ өсөн күптән-күп рәхмәт. Һеҙгә именлек, эшләгән эштәрегеҙҙә тик уңышлыҡтар ғына теләйбеҙ.
Тыуған илебеҙҙе, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ, дуҫтар! Киләсәк быуынға таратайыҡ!
#Ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#курултай #деньнациональногокостюма
#учусьвнациональномкостюме
#милликейемдәуҡыйбыҙ
#МиллиКейемКөн2025
#ДеньНациональногоКостюма2025
Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа булды - улар Сибай ҡалаһының гимназия- интернатының технология дәресе уҡытыусыһы Баймөхәмәтова Әлиә Сәғәҙәт ҡыҙы һәм үҙебеҙҙең ятағыбыҙҙа һаҡсы булып эшләгән Кәлимуллина Миңзада Тимербулат ҡыҙы. Уларҙы беҙ осраҡлы ғына саҡырманыҡ. Әлиә Сәғәҙәт ҡыҙы үҙ ҡулдары менән бик оҫта эшләнгән стилләштерелгән башҡорт биҙәүестәренән беҙҙең студенттарыбыҙға һатыу - күргәҙмә ойошторҙо һәм уҡыусыларыбыҙҙа башҡорт рухын арттырып, бик көслө, шул уҡ ваҡытта ябай, аңлайышлы итеп халҡыбыҙҙың милли кейеменең, биҙәүестәренең тарихын һөйләп китте.Миңзада Тимербулат ҡыҙы ла матур итеп үҙ ҡулдары менән эшләгән милли биҙәүестәре тураһында бәйән итте. Әйткәндәй, ул Арҡайым ҡасабаһында ойошторолған "Илһам" клубының (етәксеһе Хәсәнова М.З.) әүҙем ағзаһы һәм Сибай ҡалаһының халыҡ мәҙәниәте һәм ялы үҙәгенең "Миләш" халыҡ вокаль ансамбленең йырсыһы (етәксеһе М. К. Илбәкова).
Ҡунаҡтар менән хушлашҡандан һуң, мәктәпкәсә белем биреү бүлегенең 1- се курс студенттарына тәрбиәсе Әсфәндиәрова Д. Р. стилләштерелгән башҡорт милли биҙәүесен тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡыҙҙарҙың ҡыҙығып, ҙур кинәнес менән был эште башҡарыуы - үҙе бер ҡыуаныс булды.Тимәк, беҙҙең эшебеҙ юҡҡа түгел. Бәлки, киләсәктә уларҙың да үҙ ҡулдары менән эшләгән, башҡорт халҡының биҙәүестәрен күреп шатланырбыҙ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Килгән ҡунаҡтарыбыҙға ысын күңелдән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙҙе ихтирам итеп, саҡырыуыбыҙҙы кире ҡаҡмай, ваҡыт табып килгәнегеҙ өсөн күптән-күп рәхмәт. Һеҙгә именлек, эшләгән эштәрегеҙҙә тик уңышлыҡтар ғына теләйбеҙ.
Тыуған илебеҙҙе, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ, дуҫтар! Киләсәк быуынға таратайыҡ!
#ВсемирныйКурултайБашкир
#курултай #деньнациональногокостюма
#учусьвнациональномкостюме
#милликейемдәуҡыйбыҙ
#МиллиКейемКөн2025
#ДеньНациональногоКостюма2025














