Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Чемпионат по парламентским дебатам на башкирском языке

 
📝В Объединении "Ровесник" прошёл Чемпионат по парламентским дебатам на башкирском языке среди школьной и студенческой молодежи.
✨Сарала ҡатнашыусыларҙың телмәре, фекерләү тиҙлеге һәм дәлилдәр килтереү оҫталығы баһаланды. Бәйгелә мәктәптәрҙән һәм башҡа уҡыу йорттарынан йәштәр көс һынашты. Улар алдан билдәле булмаған темаларға дебаттарҙа ҡатнашып, төрлө ҡараштарҙы яҡланы.
✨Чемпионаттың маҡсаты – йәштәрҙең тел мәҙәниәтен үҫтереү, фекер алышыу һәм инандырыу һәләтен камиллаштырыу, шулай уҡ башҡорт телендә аралашыуҙы популярлаштырыу. Дебаттар барышында ҡатнашыусылар социаль, иҡтисади, мәҙәни һәм сәйәси темаларға ҡағылды.
✨Жюри ағзалары команданың сығышын ентекләп анализланы. Улар телмәргә, логикаға, дәлилдәргә һәм аудитория менән бәйләнешкә айырыуса иғтибар итте.
Еңеүселәр дипломдар һәм бүләктәр менән бүләкләнде. Чемпионат ҡатнашыусыларға ҙур тәжрибә бирҙе, уларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итте һәм башҡорт телендә аралашыуға ҡыҙыҡһыныуҙы арттырҙы. Ойоштороусылар киләсәктә лә ошондай саралар үткәрергә ниәтләй.
✨Б.М.Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы исеменән физкультура бүлегенең 1 курс егеттәре, Моратов Арсен, Ниязғолов Нуриман һәм Нарынбаев Ильяс ҡатнаштылар. Егеттәр көслө рух, еңеүгә ынтылыш һәм яҡшы әҙерлек күрһәттеләр.
 
#Росдетцентр
#НавигаторыДетстваРБ.
 
#ПервичкаПервых #ДействияПервички
#НашаПервичка
#ДвижениеПервых
#Сибпед