
Ятағыбыҙҙың сәхнәһен дер һелкетеп "Бер- береңде ҡотлау" кисәһен үткәреп ебәрҙек. Был сара етеп килгән "Ватанды һаҡлаусылар көнө" һәм "Халыҡ - ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө" байрамдарына арналды.

Кисәне Ниязғолов Нуриман (1-ФК) һәм Дәүләтшина Диана (1-ПНК(и)) алып барҙылар. Уларҙың сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүҙәре, көләс йөҙҙәре, урынлы шаяртыуҙары таң ҡалдырһа, ә концертта ҡатнашыусы егет һәм ҡыҙҙарҙың сығыштарына һоҡланмай булдыра алманыҡ. Ябайлыҡ маскаһына йәшенеп йөрөгән икән ҡайһы бер студенттарыбыҙ, уларҙың таланттарын күреп хайран ҡалдыҡ. Тасуири, уйландырырлыҡ итеп һөйләгән шиғырҙары, илатырлыҡ, хисләндерерлек итеп йырлаған йырҙары, өҙә баҫып бейеүҙәре - барыһы ла тамашасыларҙың күңелдәренә хуш килде, ял сәғәте бүләк итте.

Был сараны ойоштороуҙа ярҙам итеүсе старосталарға, концертта әүҙем ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да таланттарға бай булған студенттарыбыҙ үҙҙәрен күрһәтер әле тигән ышаныста ҡалабыҙ.