Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Халыҡ - ара туған телдәр көнө

 
 
 
 
✅Б.М.Мәмбәтколов исемендәге Сибай педагогия колледжы Халыҡ - ара туған телдәр көнөн юғары кимәлдә үткәрҙе.
✅21 февраль көнө Республика кимәлендә үткәрелгән "Осҡон" асыҡ интеллектуаль уйынында беҙҙең колледждың "Мәмбәтҡолдар" командаһы беренсе урын яуланы.
✅Сараны Өфө сауҙа - иҡтисад колледжы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, "Йәшлек" гәзите редакцияһы ойошторҙо.
✅Республика колледждары араһында үткәрелгән конкурс ике этаптан торҙо. Беренсе этапта башҡорт теленең әһәмиәте, уҡыу йорттарында башҡорт теленең ҡулланылыу даирәһе буйынса видеояҙма төшөрөү ине. Финалға 6 команда һайлап алынды.
✅Беҙҙең колледж студенттарының сығышы барыһын да һоҡландырҙы. Һәр конкурста абруйлы жюри "Мәмбәтҡолдар" командаһын юғары баһаланы.
✅Афарин, туған телен хөрмәт иткән рухлы, һәр яҡтан компетентлы студенттар! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
✅Команданы әҙерләгән башҡорт теле уҡытыусылары Г. Т. Йәрмөхәмәтоваға, Г. М. Шакироваға рәхмәт хаттары тапшырылды.
✅В Республиканской открытой интеллектуальной игре "Осҡон", посвященной Международному дню родного языка наша команда заняла почетное первое место.Молодцы! Поздравляем!
 
#ҡоролтай
#БашҡортТеле
#курултай #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө
#Сибай
 
#СибайскийПедагогическийКолледж
#Сибпед