Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!

14 ДЕКАБРЬ - БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨ!💫

✨ Башҡорт теле - ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, бай тарихын, ғөрөф - ғәҙәттәрен һәм йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем килтереп еткергән.
✨Шулай уҡ 14 декабрь – башҡорт халҡының атаҡлы мәғрифәтсе - шағиры М.Аҡмулланың тыуған көнө!
✨Был байрамды Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы ла юғары кимәлдә үткәрҙе. Башҡорт теле тураһындағы йырҙар менән милли кейемдә студенттар коллективты ҡаршы алды. Туған тел тураһында һәр төркөмгә мәғлүмәт бирелде, "Иң яҡшы башҡорт телен белеүсе" тигән викторина, телдең әһәмиәте буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
✨Туған телебеҙҙе яратайыҡ, хөрмәт итәйек! Башҡорт телендә аралашайыҡ, уны өйрәнәйек, киләсәк быуынға еткерәйек!
✨Барығыҙҙы ла Башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!