Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Афариндар

📌12 декабрь көнө Урал аръяғы райондары өсөн Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты (филиалы) базаһында Бөтә донъя ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылы, Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресы) “Фәнни майҙан” күсмә комплекслы сараһы уҙҙы. Сараны ойоштороуҙа Сибай башҡорттары ҡоролтайы ҙур көс һалды.
📌 Йәштәр өсөн фәһемле булған "Фәнни майҙан"да беҙҙең уҡыу йортонан башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы һәм 3А төркөмө студенттары ҡатнашты.
📌 Студенттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте. Рәсәй шашкасыһы-халыҡ-ара тренер, спортсы Рөстәм Шәйәхмәтов менән “Сатраш” шашка буйынса интеллектуаль уйын тәҡдим ителде.
🎉Был уйында колледж студенттары уңышлы сығыш яһаны, призлы урындарға лайыҡ булдылар. Афариндар👍