"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу
18 октябрь көнө Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы студенттары "Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Улар "Башҡортостан бында башлана!" тип аталған әҙәби композиция менән сығыш яһаны. Буласаҡ уҡытыусыларҙың туған тел, халыҡ, ил яҙмышы тураһындағы шиғри шәлкемдәре кисәгә йәм өҫтәне, тамашасыларҙы рухландырҙы.













