Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө

11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө. Шуға ла Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжының ятағында беренсе курс студенттары өсөн Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған сара үтте. Был сара Башҡортостандың гимны менән башланып китте, артабан тыуған еребеҙҙең тауҙары,ҡалалары һәм тирә-яғы тураһында һорауҙар менән уйындар үткәрелде. Шиғыр ятлау, йырлау һәм бейеүҙәр ҙә булды. Байрам матур һәм күңелле үтте.