Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

15 май - Халыҡ-ара Ғаилә көнө

Хөрмәтле коллегалар!
Барығыҙҙы ла ғаилә байрамы менән ҡотлайбыҙ! Именлек, тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!
Бөгөн ошо байрам уңайынан, колледжда байтаҡ йылдар эшләгән ғаилә парҙарын Йәнбәковтарҙы тәбрикләнек. Педагогия фәндәре кандидаты Зәйтүнә Рәхмәт ҡыҙы студенттарҙы педагогика һәм психология фәндәренең серҙәренә төшөндөрһә, Хәмит Әнүәр улы йәштәрҙе спорт һөйөүгә ылыҡтыра, ул етәкләгән баскетбол командаһы һәр ваҡыт уңышлы сығыш яһай. Байрам менән һеҙҙе, хөрмәтле Йәнбәковтар ғаиләһе! Һаулыҡ, матур киләсәк һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!