Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

"Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант - 2023"

Б.М.Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжы коллективы "Башҡорт теленән халыҡ - ара диктант - 2023" акцияһында әүҙем ҡатнашты.
Акцияның девизы "Тел - халҡыбыҙҙың рухи байлығы". Маҡсаты: башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм танытыу.
Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл диктант яҙыу акцияһы Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көндәре менән тап килде. Һәр кем диктант яҙыуға халыҡтың мәҙәниәтен, тарихын сағылдырған милли кейемдә килде. Халҡыбыҙҙың сағыу мираҫы, туған тел, рух байрамы юғары кимәлдә үтте.


#башҡорттелендәдиктант #башдиктант2023 #башҡортсадиктантяҙам #учусьвнациональномкостюме2023 #милликейемдәуҡыйбыҙ2023