Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының сығышы һәр студенттың күңеленә хуш килде...
Б.М.Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында Өфө артистары сығыш яһаны. Улар - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы Башҡортостандың Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштороусы ла. Бай йөкмәткеле концерт әңгәмә рәүешендә барҙы, улар студенттар менән тығыҙ аралашты, халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралдары менән таныштырҙылар. Йәштәр ҡурай, ҡумыҙ көйөнә рәхәтләнеп бейене. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистарының сығышы һәр студенттың күңеленә хуш килде.


