Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Байегетов Нияз Муллахмәт улының хәтер кисәһе

Байегетов Нияз Муллахмәт улы Сибай педагогия колледжында 2006 йылдан алып ғүмеренен һуңғы көндәренә тиклем эшләне. 15 йыл эшләү дәүерендә бик юғары ҡаҙаныштарға өлгәште. Нияз Муллахмәт улы етәкселегендә «Аҡйондоҙ» бейеү ансамбле булдырылды. Бер йыл эсендә Нияз Муллахмәт улының тырышып, бөтөн күңелен, көсөн, дәртен биреп эшләү һөҙөмтәһе – яңы ғына тыуған ансамблдең халыҡ бейеү ансамбле исемен алыуы. «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү ансамбле колледж, ҡала күләмендә генә түгел, республика күләмендә мәҙәниәтебеҙҙең йөҙөк ҡашы булып тора, сөнки ансамбль бик күп мәҙәни сараларҙың әүҙем ҡатнашыусыһы булды. «Байыҡ» телевизион конкурсында уңышлы сығыш яһап, Гран- при ла яуланылар. Буласаҡ уҡытыусыларға бындай тәжрибә, өҫтәмә һөнәр алыу, әлбиттә, бик кәрәк, сөнки улар балаларға артабан бейеү серҙәрен асып, Нияз Муллахмәт улының эшен дауам итеүселәр.
Нияз Муллахмәт улы оҫта бейеүсе, яҡшы ойоштороусы ғына түгел, хәстәрле, изге күнелле, ярҙамсыл етәксе булды, бейеүселәренең икенсе атайы тип тә әйтергә була. Студенттар бейеүгә бик теләп, ихлас йөрөнөләр. Ул һәр баланы бөтә яҡтан белде. Ғаилә хәлен, йәшәү рәүешен, уҡыу торошон. Бейеүселәренең яҡшы уҡыуҙарын да талап итте. Нияз Муллахмәт улы талапсан, абруйлы, өлгөлө етәксе булды, бейеүселәренә һәр яҡтан ярҙам итте. Студенттарға ғына түгел, шулай уҡ коллегаларына ла бейеүгә, ғөмүмән, башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләне, рухыбыҙҙы күтәрҙе.
Нияз Муллахмәт улы ышаныслы, яуаплы коллега булды, шулай ук шаян, ихлас кеше ине. Беҙҙең колледж өсөн Нияз Муллахмәт улының мәрхүм булыуы бик ауыр, ҙур юғалтыу. Беҙ уны бик йыш иҫкә алабыҙ, һағынабыҙ, иртәнсәк «Әссәләмәғәләйкүм» тип ҡаршы алды, эштән һуң, дәртле көй- моңдар, бейеүҙәр менән оҙатып ҡала ине. Әлбиттә,беҙ уның эшен, дауам итәсәкбеҙ. Әле бер нисә көн элек кенә «Аҡйондоҙ» халыҡ бейеү ансамбле республика кимәлендә үткән конкурста икенсе урын яуланы. Нияз Муллахмәт улының рухы шатланғандыр.
Хөрмәтле коллегабыҙҙың мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын, йәне йәннәттә булһын. Ғаиләһенә, балаларына, туғандарына оҙон бәхетле ғүмер, сабырлыҡ теләйбеҙ.