Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Ҡала кимәлендә яттан һөйләү буйынса шиғырҙар конкурсы үткәрелде

Йыл башында башҡорт әҙәбиәте оло ваҡиғаларға бай булды. Сибай ҡалаһында юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеһы студенттары араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына - 115 йыл һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы ҡала кимәлендә шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурс үткәрелде. Бәйгенең икенсе турында 28 студент ҡатнашты. Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжынан II курс студенттары Фәхрисламова Әлфинә (2А төркөмө) һәм Өмөтбаева Аэлита (2Д төркөмө) өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ә физкультура бүлеге егеттәре Ғәйетбаев Юлир, Рамаҙанов Илсур, Ульябаев Айбулат (2В төркөмө) гран - при яуланы. Афарин, егеттәр! Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!