Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

21 февраль – Халыҡ - ара туған тел көнө

21 февраль – Халыҡ - ара туған тел көнө. Был байрамдың маҡсаты: туған телгә һаҡсыл ҡараш һәм һөйөү тәрбиәләү. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы. Б.М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында ла был бурысты тормошҡа ашырыуҙа бихисап эштәр башҡарыла. 21 февраль көнө 2А төркөмө студенттары "Туған телемдә һөйләшәм" тигән тема менән һәр төркөмдә сығыш яһаны, студенттарға Туған тел көнөнөң тарихы, маҡсаты тураһында мәғлүмәт бирҙе. Һәр студент үҙ туған телендә аралашты, викторина һорауҙарына яуаптар бирҙе, еңеүселәр билдәләнде. Туған тел - милләт күрһәткесе икәне иҫбат ителде.