Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Тыуған тел

Башҡорт теле көнө айҡанлы педагогик колледждың ятағында сара үткәрелде. Иң алда башҡорт теле көнөнә арналған байрамдың әһәмиәте тураһында фекер алышыу булды. Артабан студенттар үҙебеҙҙең тыуған телебеҙҙә мәҡәлдәр, шиғырҙар, һөйләнеләр, йомаҡтар ҡойҙолар, йырҙар йырланылар. Үткәрелгән сарала Аблаев Илфат, Баһаува Азалия, Зәйнәғәбдинов Сынтимер, Фәхрисламова Әлфинә, Мирзаянова Көнһылыу, Мөхәмәтйәнова Әлфиә башҡорт телен төплө белеүҙәре менән айырылып торҙолар. Ҡатнашыусылар саранан ҡәнәғәт булып таралыштылар.