Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

«Фольклор – халыҡ күңеле»

30 ноябрь көнө Б.М.Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында РФ Хөкүмәтенең «Рәсәй Күңеле» премияһы лауреаты, «Халыҡ сәсәне» исеменә лайыҡ булған, Башҡортостан республикаһының Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы «Фольклор – халыҡ күңеле» исемле сара үткәрҙе. Был сарала колледждың мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү бүлеге студенттары ҡатнашты.
Асия Солтан ҡыҙы студенттарҙы сәсәнлек сәнғәте өлгөләре менән таныштырҙы, үҙенең командаһы менән аудитория өсөн төрлө жанрҙағы ҡобайырҙар, бәйеттәр тәҡдим итте. Студенттарға башҡорт, рус, инглиз телдәрендә бишек йырҙарын башҡарырға өйрәтте. Балалар фольклорына һәм эпик риүәйәттәргә, уларҙы башҡа халыҡтарҙың ижадында сағыштырыуға айырым иғтибар бүленде. Асия Солтан ҡыҙы эпосты башҡарыу техникаһы тураһында ла һөйләп үтте һәм ҡатнашыусылар менән бергә «Байыҡ сәсәндең Салауат Юлаевҡа Мөрәжәғәте», Салауат Юлаевҡа арналған ҡобайырҙы башҡарҙы.Сара студенттар өсөн бик фәһемле булды.