Сибайский педагогический колледж
имени Б.М. Мамбеткулова

Еңеүсене ҡотлайбыҙ!

29 ноябрь көнө Өфөлә һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары араһында башҡорт теле буйынса Республика олимпиадаһы үтте.
Бәйге Мәғарифты үҫтереү институтында ойошторолдо, бөтәһе 86 студент көс һынашты. Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжынан башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе 1А төркөмө студенты Хасанова Гөлназ һәм телде дәүләт теле булараҡ үҙләштереүсе 1Д төркөмө студенты Савотина Диана ҡатнашты. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса мәктәп бүлеге студенты Хасанова Гөлназ призер исеменә лайыҡ булды, 2 - се урын яуланы ( етәксеһе Шакирова Г.М.). Еңеүсене ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ. Афарин, Гөлназ!