Тел ҡиммәтен һаҡлау - төп бурысыбыҙ
Сибай педагогия колледжында Башҡорт теле көнө юғары кимәлдә үтте, туған телде үҫтереү һәм уны һаҡлауға арналған бихисап саралар ойошторолдо. Гуманитар һәм ижтимағи - иҡтисади фәндәр ПЦК-һы уҡытыусыларының аҙналығы ошо байрамға арналды. Был көндө уҡытыусылар дәрестәрҙе милли биҙәүестәр тағып үткәрҙе. Студенттар туған тел, башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы, технология уҡытыусыһы Гөлдәр Риза ҡыҙы ойошторған флешмобта әүҙем ҡатнашты. Фойела «Теле барҙың иле бар» исемле фәһемле стенд эшләнде.
Уҡытыусылар ҙа, студенттар ҙа Республика кимәлендә ойошторолған онлайн, дистанцион ғилми –ғәмәли конференцияларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты.
Студенттарҙың башҡорт теле буйынса республика кимәлендәге профессиональ белем биреү ойошмалары студенттары араһында үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнашып йыл һайын призлы урындар яулауы, уҡытыусыларҙың эш һөҙөмтәһе. Быйылғы йылда мәктәп бүлеге студенттары Мәҙинә Аҡылова, Асия Баязитова призлы урындарға лайыҡ булды.
Башҡорт теленең бәҫен, абруйын күтәреү, уның бөгөнгөһөн, киләсәген хәстәрләү - беҙҙең төп бурысыбыҙ, тип билдәләй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары.