Наверх

foto3 foto4 foto5
Time school Time schoolTime schoolTime schoolTime schoolTime school

Сибайский педагогический колледж

Официальный сайт ГБПОУ Сибайский педагогический колледж

Версия для слабовидящих

Сибай педагогия колледжында яҡташ яҙыусыбыҙ, күренекле башҡорт драматургы,Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәйетбаев менән осрашыу уҙҙы. Унда уҡыу йорто студенттары, әҙәбиәт һөйөүсе уҡытыусылар, тыуған яҡ тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы яҡташтарыбыҙ, китапханасылар, шағир Мотал Рәмов, драматург Әминә Яхина ҡатнашты. Осрашыу Наил Әсҡәт улы ижад иткән “Бабич” романына арналды. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейын ҡаршылағанда үткер телле шағир, көслө характерлы шәхес, халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер дәүләт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа арналған әҫәр – роман тураһында һөйләшеү, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы барлау, төп геройҙарының тормош юлына туҡталыу бик фәһемле булды. Әҙәбиәт һөйөүселәр әҫәрҙең авторы – Наил Ғәйетбаев менән күҙмә-күҙ аралашып үҙ һорауҙарына яуаптар алды. Яҙыусы башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Шәйехзада Бабичты бар булмышында – көслө һәм бай күңелле шәхес итеп аса. “Бабич” романы менән“Ағиҙел” журналында танышырға мөмкин. Роман журналдың үткән йылғы биш һанында донъя күрҙе.

В Сибайском педагогическом колледже прошла встреча с писателем, драматургом, заслуженным деятелем культуры Российской Федерации Наилем Гаитбаевым, посвященная к 100-летию образования Республики Башкортостан. Здесь же произошла презентация его нового романа “Бабич“. 
Гаитбаев Наиль Асхатович родился 20 июня 1948 года в городе Баймак. После окончания Магнитогорского горно-металлургического института по специальности горного инженера-механика работал на Киселевском машиностроительном заводе в Кемеровской области. В 1972-1975 годах серьезно увлекается шахматами, становится кандидатом в мастера спорта, чемпионом г. Киселевска. А с 1979 года он полностью переключается на литературное творчество. После публикации своего первого произведения повести “Альфия” начинают появляться его рассказы и повести. Он является автором более 20 книг, трех романов, около 20 повестей, 80 рассказов. Кроме того, драматургом написано более 50 пьес, их ставят на сценах ведущих театров Башкортостана, Татарстана, России и за рубежом. 
На встрече со студентами Наиль Асхатович остановился на интересных моментах своего творчества. Объяснил, почему он обратился именно образу башкирского поэта Шайхзады Бабича. Он также с удовольствием отвечал на вопросы любителей национальной литературы.
 

Информационно-образовательные ресурсы

Полезные сcылки