На вверх

foto1 foto2 foto3 foto4 foto5
Наш адрес: 453830, Республика Башкортостан, г.Сибай, ул. Маяковского, 18

Сибайский педагогический колледж

Официальный сайт Г БПОУ Сибайский педагогический колледж

Конференцияла ҡатнаштыҡ

26 октябрь көнө Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә күренекле шағир Ҡәҙим Аралбаев һәм яҙыусы Флүр Ғәлимов ижады аша йәш быуынды тәрбиәләү» исемле төбәк – ара конференция үтте. Конференцияла билдәле яҙыусылар, журналистар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, студенттар ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев һәм яҙыусы Флүр Ғәлимов ижадында бөгөнгө көндөң иң актуаль проблемалары күтәрелә: ер, тел, рух, халыҡ һәм ил яҙмышы, быуындар бәйләнеше. Шуға ла был сара уларҙың ижадына бағышланды.

Конференция алдынан мәктәпкәсә тиклем белем биреү бүлегенең II курс студенттары Флүр Ғәлимовтың «Яңы башҡорт» әҫәрен тулыһынса уҡып сыҡты һәм уларҙың төркөмөндә «Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: ер, халыҡ, тел мәңгелекме? Беҙ уларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешбеҙ?» тигән дәрес – диспут үткәрелде. Роман буйынса үҙҙәрен борсоған, уйландырған һорауҙарҙы студенттар конференцияла яҙыусының үҙенә бирә алды, уларға яҙыусы менән тығыҙ аралашыу бәхете тейҙе.

Күренекле шағир, Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаевтың шиғырҙарын II Д төркөмөнән Аҡъюлова Гөлдәр, Арғынбаева Нургөл, Аҡҡужина Гөлфирә, Йәндәүләтова Рәсимә яттан һөйләне. Студенттарҙың уңышлы сығышын автор күҙ йәше менән тыңланы. Шулай уҡ конференцияла ҡатнашыусылар музыка бүлеге студенттары Ырыҫҡужин Айназ һәм Алмастың сығышын йылы ҡабул итте.

Конференция йәштәр өсөн бик фәһемле булды. Яҙыусылар менән осрашыуҙан тыш, улар шәжәрәнең тәрбиәүи әһәмиәте, интернет селтәрендә шәжәрә төҙөү, башҡорт кино сәнғәтенең үҙенсәлеге тураһында ентекле мәғлүмәт алды.

 

Г.М. Шәкирова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

 

Авторизация

Информационно-образовательные ресурсы

Полезные сcылки

Copyright © 2018 High School Rights Reserved.