Back To Top

foto1 foto2 foto3 foto4 foto5
Наш адрес: 453830, Республика Башкортостан, г.Сибай, ул. Маяковского, 18

Сибайский педагогический колледж

Официальный сайт Г БПОУ Сибайский педагогический колледж

Библиотека

Доступная среда

Галерея

Форма обратной связи

Гран-при беҙҙә!

 

Сибай педагогия колледжы коллективы «Сәсмәүерем,селтәрем – 2018» исемле III төбәк-ара башҡорт милли кейеме фестиваль конкурсында әүҙем ҡатнашты. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен һәм затлы биҙәүестәрен киләсәккә еткереү, ҡабаттан тергеҙеү - сараның төп маҡсаты булды.

Конкурс быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылды һәм унда төрлө райондарҙан, ҡалаларҙан, күрше өлкәләрҙән өс йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты.

Был саранан беҙҙең уҡыу йорто ла ситтә ҡалманы. Ҡул эштәре методикаһы уҡытыусыһы Гөлдәр Риза ҡыҙы һәм студенттар күргәҙмә ойошторҙо, мастер - класс күрһәтте. Гөлдәр Риза ҡыҙы оҫталыҡ конкурстарында «Янсыҡ» номинацияһында II дәрәжәләге, «Таҡыя» номинацияһында III дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды. Шулай уҡ байрамда йәш ғаилә Дәүләтбаевтар, Юлдашбаевтар ихлас ҡатнашты, улар урамға бөтә ғаиләһе менән милли кейемдә сыҡты. Иң ҡыуаныслыһы -уҡытыусылар һәм студенттар ҙур ғорурлыҡ менән Сибай урамдары буйлап башҡорт милли кейемендә үтте. Затлы, бай тарихлы кейемдәре менән жюри алдында сығыш яһанылар һәм Гран-при яуланылар. Афарин, Сибай педагогия колледжы коллективы!

Шәкирова Г.М., башҡорт теле уҡытыусыһы

 

Авторизация

Информационно-образовательные ресурсы

Полезные сcылки

Copyright © 2018 High School Rights Reserved.