Сибай педагогия колледжы-тура эфирҙа

Back To Top

foto1 foto2 foto3 foto4 foto5
Наш адрес: 453830, Республика Башкортостан, г.Сибай, ул. Маяковского, 18

Сибайский педагогический колледж

Официальный сайт Г БПОУ Сибайский педагогический колледж

Библиотека

Доступная среда

Галерея

Форма обратной связи

Сибай педагогия колледжы-тура эфирҙа

Сибай педагогия колледжы уҡытыусылары һәм студенттары Ғаилә йылына бағышлап «Бәпес күреү» йолаһын сәхнәләштерҙе. Йола эсендә улар халҡыбыҙҙың әллә күпме ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтә алды. Мәҫәлән: Кендек инәйҙең теләктәре, бәпесте исемһеҙ бишеккә һалырға ярамау, баланы тәүге тапҡыр бер туғанына күрһәтеү, маңлайына ҡором һөртөү, бишек йыры, уятҡыс, һамаҡтар һ.б.

Йоланы сәхнәләштереү бик уңышлы килеп сыҡты һәм ойоштороусыларҙы, ҡатнашыусыларҙы БСТ каналы «Бәхетнамә» тапшырыуына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Телетапшырыуҙың төп темаһы: бала тәрбиәләүҙә башҡорт халҡының йолалары. Тапшырыу әңгәмә формаһында тура эфирҙа барҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы, ҡул эштәре методикаһы уҡытыусыһы Гөлдәр Риза ҡыҙы, хореография уҡытыусыһы Эльвира Әнүәр ҡыҙы һәм музыка бүлегенең 4 курс студенты Ризуанова Вәсилә башҡорт халҡының йолалары, бәпесте тәрбиәләү,бағыу тураһында әңгәмәлә әүҙем ҡатнашты. Вәсилә бишек йырын йырлап ишеттерҙе. Шулай уҡ уҡытыусылар һөйләшеүҙә Сибай педагогия колледжының тарихы, юбилейы, ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында әйтеп үтте. Тапшырыу ата-әсәләргә мөрәжәғәт менән тамамланды: «Әгәр ҙә балағыҙҙың киләсәктә рухлы, белемле, һәр яҡтан камил, компетентлы булыуын теләһәгеҙ, Сибай педагогия колледжына уҡырға ебәрегеҙ».

Башҡорт теле уҡытыусыһы Шәкирова Г.М. 

             

 

Авторизация

Информационно-образовательные ресурсы

Полезные сcылки

Copyright © 2018 High School Rights Reserved.